Kostenlos

Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Text
Als gelesen kennzeichnen
Schriftart:Kleiner AaGrößer Aa

Зөһрә Рәхмәтуллина

ТЫУҒАН ЯҒЫМ

Күп ерҙәрҙе гиҙеп йөрөнөм,

Гүзәллектәр күреп һоҡландым.

Ләкин булманы һинең кеүек,

Иң яҡыны тыуған ауылым.

Ҡушымта.

Тыуған яғымды һағынғанда,

Уйлайым һине мин, ауылым.

Күңелгә һағыштар тулғанда,

Ҡайтам мин һиңә, бала сағым.

Һағынһам да мин йәшлегемде,

Кире ҡайтмаҫ инде ул осоп.

Барыһы артта ҡалды инде,

Тик яҡты хәтирәләр булып.

Һиҙелмәй ҙә үтте йәшлегем,

Иҫтәлектәр генә ҡалдырып.

Донъяла бар минең теләгем,

Йәшәйек изге эҙ ҡалдырып.

Әдилә Ғәзизова

ОЛАТАЙ

Күңелемдең иң түрендә

Урын алды олатайым.

Уның менән бәйле хисте

Иң ҡәҙерле тип һанайым.

Миңә әйткән һәр бер һүҙең

Ҡолағымда сыңлай һаман.

Һинең янда булдым һәр саҡ

Шат күңелле ғәмһеҙ бала.

Эй шәп йырлай инең үҙең,

Көслө итеп, дәртле итеп.

Ошо йырҙар һаман сыңлай

Күңелемдә хисле итеп.

Баштарымды һыйпағанда

Бар ҡайғымды һыпырып алдың.

Ҡайтҡан саҡта һағышланып,

Моңһоу ғына тороп ҡалдың.

Ғүмер тигәндәре тиҙ үтә,

Артта ҡала һәр бер көнө, төнө.

Ваҡыт үткән һайын тағы нығыраҡ

Һағынамын, олатайым, һине.

Флорис Ғайсин

САЛАУАТ ЙЫРЫ

Төштәремә йыш керәһең,

Йәшлегемде байҡайым;

Иҫтәремә төшөр әле,

Еҙ ҡурайым тартайым.

Ҡушымта.

Еҙ ҡурайҡай, әйтсе миңә,

Ҡайҙа минең Йәмиләм?

Еҙ ҡурайҡай, һөйлә әле,

Нишләй икән бер генәм.

Йәмиләкәй, юлдарыңа,

Күҙ йәштәрең түгелмәҫ;

Һин үҫтергән гөлдәреңә

Сит-яттар бит үрелмәҫ.

Өҙөлөп тә һағындым шул

Тыуған илем яҡтарын.

Йүгереп тә ҡайтыр инем —

Бығаулы аяҡтарым.

Шыуышып та ҡайтыр инем —

Йыраҡ шул араларым;

Тура баҫып атлар инем —

Уңалмай яраларым.

ИЛҺАМЛАНЫП ЙЫРЛАЙБЫҘ

Әсе-сөсөһөн донъяның

Башыбыҙҙан уҙғарҙыҡ.

Күңелебеҙ ташып торһа,

Илһамланып йырланыҡ.

Ҡушымта.

Их, йырлайбыҙ сәхнәләрҙә

Йөрәктәрҙе яндырып;

Дуҫтар менән бергәләшеп,

Бар таңдарын ҡалдырып.

Илһамланып, дуҫтар, һеҙгә

Йәшәү дәрте һибәбеҙ;

Сәхнәләрҙә йыр-моң аша

Илһам көсөн бирәбеҙ.

Юҡҡа ғына, «илһамлылар», —

Тамашасы тимәйҙер;

«Илһам» тигән исемде лә

Бушҡа ғына бирмәйҙер.

Шундай моңло башҡорт көйө

Үҙәктәргә үтә бит.

Илһамдарҙың моңло йыры

Барын әсир итә бит.

Гөлназ Ғаянова

ТЫУҒАН АУЫЛЫМ

Һаумы, ауылым! Бына ҡайттым әле

Хәлдәреңде белеп китергә,

Урамдарҙан ялан аяҡ йүгереп,

Бала саҡ йомғағын һүтергә.

Тыуған ауылым, бер үк үпкәләмә,

«Оноттом, – тип, – ҡасан ҡайтҡаның».

Һис бер ҡасан күҙ алдымдан китмәҫ,

Нисек һиндә таңдар атҡаны.

Һиндә генә йәнем тыныслана,

Һандуғас та һайрай моңлораҡ.

(Әллә миңә шулай тойоламы?)

Ҡояш та бит бында нурлыраҡ.

Ауыл уртаһында күле йәйрәй,

Ә һыуының күпме шифаһы!

Йәнгә сихәт, тәнгә ҡеүәт өҫтәй

Ер аҫтынан сыҡҡан шишмәһе.

Йөрәгемә яҡын һәр бер кеше –

Күңелдәре аҡ бит уларҙың.

Кәңәштәрен бирер ҡарттарымды

Ғүмер юлдарымда ҙурлармын.

…Йүгереп үттем ауыл урамдарын

Ғәмһеҙ саҡты иҫкә төшөрөп.

Һиндә генә һулыштарым иркен,

Һин ҡәҙерле алтын-көмөштән!

Күкрәгемдә йөрәк типкән саҡта

Мин ташламам һине – һүҙ бирәм.

«Онотма», – тип әйтте һымаҡ ауылым,

Һәм йәш тамды минең күҙҙәрҙән…

Гөлямал Нәжмиева

КӨҘ

Тышта көҙ. Моңһоу йөрәгем

Наҙҙар көтөп талпына.

Йән генәйем йәйелерҙәй

Әллә йәйҙе һағына?

Көҙҙәр әллә иртәләне,

Йыйырсыҡтар йөҙөмдә.

Йылдары сабып уҙһа ла

Йәшлек дәрте үҙемдә.

Юҡ, елдәргә бирешмәйем,

Күнел генәм йәш әле.

Буранлы ҡыштар уҙырҙар,

Яҙҙарҙы көтәм әле!

ДУҪТАРЫМА

Дуҫтарыма яҙам был һүҙҙәрҙе,

Һағындым, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе.

Тормош мәшәҡәттәре бөткөһөҙ,

Бик һирәк күрәм әле һеҙҙе.

Бер килегеҙ минем яндарыма,

Һөйләшергә күптер хәбәрҙәр.

Иҫкә алып, йәш хыял йылдарҙы,

Үтер беҙҙең сихри сәғәттәр.

Эй, дуҫтарым, һағындым бит һеҙҙе,

Табын түрҙәренә саҡырам.

Һеҙҙең менән күңелемде асһам,

Йәшлегемә ҡайтҡандай булам.

Cәкинә Тотманова

БУРАН ЙЫРЫН ТЫҢЛАП

Буран йырын тыңлап ҡырҙар йоҡлай,

Ябынғандар мамыҡ юрғандар,

Аҡ шәлдәрен һалып иңдәренә,

Ҡарағайҙар һаҡҡа торғандар…

Болоттарҙы ярып, ай ярсығы

Ошо хәлде күктән күҙәтә…

Ҡарағайҙар ойомаһын, тиеп

Һүрән генә утын йүнәлтә…

Буран йырын тыңлап йоҡлай юлдар…

Юлсыларға был төн юлдар юҡ…

Ай яҡтыһы төшкән болан эҙен

Буран күмеп ҡуйҙы шунда уҡ…

Буран йырын тыңлап йоҡлай ауыл…

Аҡ бүректәр кейгән йорттары…

Болоттарҙы ярып, ай ярсығы

Тәҙрәләргә төбәй уттарын…

Тик мин генә, буран йырын тыңлап,

Төрлө хистәр менән ут янам.

Йөрәгемә илһам нурын өҫтәп

Ай ярсығы ҡойған нурҙарҙан…

Нәжибә Фәйзуллина

КӨҘГӨ КЕЛӘМ

Оса япраҡ, елә япраҡ,

Елдәр уйната елеп.

Ҡыштыр-ҡыштыр уралалар,

Аяҡ аҫтына килеп.

Ҡушымта.

Бар тирә-яҡҡа түшәлгән,

Көҙҙөң төҫлө келәме.

Аңлайышһыҙ һағыш ҡатыш,

Ошо ваҡыттың йәме.

Оса ваҡыт, елә ваҡыт,

Ғүмерҙәр көҙгә бара.

Өҙөлгән япраҡ шикелле,

Көндәр үткәндә ҡала.

Йылдар үҙ келәмен туҡый,

Көндәрҙе теҙеп һала.

Сағыумы ул, әллә бәҫһеҙ —

Үткәндән төҫтәр ала.

Моңһоу ҡатыш матурлыҡҡа

Күңелдең әсир сағы.

Ғүмер көҙөндә лә арбай,

Һүнмәй өмөт усағы.

Төҫлө келәм тирә-яғым,

Көҙ миҙгеле юлында.

Тик һары келәм ҡалмаһын,

Үткән ғүмер юлымда.