Kostenlos

Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Text
Als gelesen kennzeichnen
Schriftart:Kleiner AaGrößer Aa

КӨҘ

Берсә моңһоу, берсә сағыу

төҫ ала урман-ҡырҙар,

Һүрелер ҙә көҙгө ҡояш,

яуыр ҡарлы ямғырҙар…

Тәбиғәттең алтын көҙгә

тик яңы кергән мәле,

Аҡ ҡайындың әкрен генә

Тәңкәләр ҡойған мәле.

Ер өҫтөнә аҫыл балаҫ

Йәйелгәндәй күренә,

Алтын тәңкәләр һибелә

Алтынға тиң еремә.

Көҙҙөң сағыу буяуҙары

Еремде нурландыра,

Һалҡындары көйөндөрә,

Уңышы һөйөндөрә.

Люция Ишбулатова

СЕРҘӘРЕМДЕ БИКЛӘНЕМ

Серҙәш, тиеп серҙәремде

Һөйләгән инем һиңә,

Ә һин йөрәк серҙәремде

Һипкәнһең икән елгә…

Һип елдәргә, тип һис тә

Әйтмәгән инем һиңә.

Һыя алмаған икән шул

Серҙәрем йөрәгеңә.

Белһәм елгә һибереңде,

Һөйләр инем тик елгә.

Елдәр һинән тоғ(о)рораҡ

Булырҙар ине миңә.

Хәҙер елдәрҙән сүпләйем

Йөрәккәйем серҙәрен.

Бынан кире серҙәремде

Йоҙаҡлайым, бикләйем.

ТӨН

Төн ҡараңғы, тимәгеҙсе,

Төндөң үҙ хозурлығы.

Төндә серле ишетелә

Йылғаларҙың ағышы.

Әйтерһең дә, теләк теләп

Тәсбих әйтеп ағышы.

Тик төндәрҙә күрәһең бит

Күктә йондоҙ нағышын,

Түңәрәкләнеп тулған

Нурлы айҙың балҡышын —

Әйтерһең дә, еткән ҡыҙҙың

Серленән-серле ҡарашы.

Иҫмәй ел дә, ахыры, йоҡлай,

Тынып ҡалған тирәктәр.

Төндәрҙә бит ҡауышалар

Өҙөлөп һөйгән йөрәктәр.

Йөрәктең һанаулы ҡағышы,

Күрсе төндөң үҙ балҡышы.

Рамазан Иштуганов

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ ЕРЕН ДАНЛАЙ УЛДАРЫ

Беҙ белергә тейешбеҙ,

Илебеҙҙе данларға, яҡларға,

Ошо ерҙә тыуып үҫкәнбеҙ,

Хаҡлыбыҙ беҙ уны һаҡларға!

Ҡырмыҫҡалы ере – данлы,

Бар яҡтан уңған халҡы.

Ил буйлап данлай уны,

Ирек, Шәриф, Расихтары!

Ғилем, белем тиеп янған,

Алдан барған улы Өмөтбайы,

Халҡы, ере өсөн йән атҡан

Бар уның Салауаты!

Ауылыбыҙҙы гөл сәскәләй итә,

Мул ҡуллы Нурмөхәмәт улы.

Тыуып үҫкән ерем тиеп,

Тырыша ауыл халҡы.

Динара Кәримова-Һаҙыева

АҠ ТОМАН

Аҡ томанлы әсе елең тәмен

Һаҡлап тотам күңел түрендә.

Йән теләгәс, тағы хыялландым,

«Менәм!» – тиеп, һинең үреңә.

Таҡыр түгел юлдар, етмәһә, ел,

Биткә сәпәй, этә артымдан.

Тиҫкәрелек менән ныҡышамын —

Барыбер, тип, һиңә артылам.

Аҡ томанлы шаршау артынан

Күреп ҡалғас һинең һыныңды.

Ысыҡланды ҡоро керпектәрем,

Күкрәгемдә тыным ҡурылды.

Хәтирәләр ҙә һеңгән аңыма…

Илаһи ла булған ошо мәл.

Әкиәти донъя бит был ерҙәр —

Һин торған яҡ, хозур Ирәмәл.

Саҡрымдарҙан талған аяҡтарҙан

Ел һыпырып алды арыуҙы.

Һәр аҙымдан көсөм өҫтәлгәндәй,

Белә бирҙем алға барыуҙы.

Ҡойоп торған ямғырың да шифа,

Йылғаларҙай ташты юлдарҙан.

Сырхармын тип, күңел шомланғайны,

Һыуҙы кисеп барғас балтырҙан.

Танышайыҡ, тауым, мин үҙем

Таш ҡалала тыуған ҡыҙ бала.

Серем сисәм, тәү күргәс тә һине

Минең тормош яңы төҫ ала.

Ҡомһоҙланып, күкрәк тултырып

Һулайым мин таҙа һауаңды.

Ул йәшәрткәндәй йәнем-тәнде,

Сафлағандай аҡыл-аңымды.

Көтмәгәндә күктәр күкрәттереп,

Боҙ-борсаҡтар һанһыҙ ҡойолдо.

Аҫылташлы тажды йәшен-ҡылыс

Өҙә-сапҡан төҫлө тойолдо.

Йәйҙең еләҫ мәлендә лә һиндә

Ҡыш һалҡыны итә идара.

Тау эйәһенең халәтенә

Минең күңел түгел битараф.

Насар уйҙан, күңел йөгөнән һин

Әмәлләнең мине, Ирәмәл.

Шуға йәнем һиңә талпынған да,

Табылған да барыр бер әмәл.

Төшөндөрҙөң тормош мәктәбенең

Бик фәһемле булған дәресен:

Һин көҙгөләй, сағылдыраһың, бары

Әҙәм ихласлығын, йә эскерен.

Тартыу һәләтең дә көслө, шикһеҙ,

Тәү барыуҙан үҙем аңланым.

Ирәмәлкәй – имгә эйә урын,

Ҡөҙрәт алған ере Алланың.

Мин оноттом шиғриәткә юлды,

Юғалттым мин кескәй һуҡмаҡты.

Әйтерһең дә, мине полиция

Китеп барған ерҙән туҡтатты.

Һораманы минең кем икәнде,

Ниндәй маҡсат барған юлымда.

Тик ҡабатлай: «Шиғриәт бикле.

Һеҙҙең өсөн урын юҡ унда».

Аңламайым. Мин бит шыма килдем.

Тыныс ҡына, яйлап, уйланып.

Бер тапалған юлға кермәнем дә,

Ҡәләмемде ташлап ҡуйманым.

Ниндәй хатам миңә шундай ауыр,

Ҡаты ғына хөкөм тыуҙырҙы?

Күңелемде шиғриәткә илткән

Илһам шишмәләрен быуҙырҙы?

Алия Ҡасимова

БЕРҘӘМЛЕК КӨНӨ

Тапҡан әсә түгел, баҡҡан – әсә.

Рәсәй оҡшаш шундай әсәйгә.

Урыҫ менән башҡорт ғүмер баҡый

Бер туғандар булып йәшәйҙәр.

Ауыр мәлдәр кисергәндә халҡым,

Ярҙам ҡулдарыңды һуҙғанһың;

Йәшәү мәғәнәһе татыулыҡта,

Берҙәмлектә – шуны тойғанһың.

Тапҡан әсә түгел, баҡҡан-әсә,

Тик тыныслыҡ булһын арала.

Тик үҙ-ара хөрмәт тойғоһонан,

Мөхәбәттән йәшәү ярала.

Миләүшә Латыйпова

МӘТРҮШКӘ СӘЙЕ

Йәйен әгәр кайтһаҡ беҙ ҡаланан,

Мәтрүш йыйыр инем яландан.

Мәтрүш уҙенә һәр саҡ мине ялмай,

Мәтрушһеҙ бер йәйебеҙ беҙҙең ҡалмай!

Хуш еҫ, хуш еҫ, хуш еҫ тарала,

Уңала бит унан яра ла.

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә сәйем

Уңды тиһәм дә була инде йәйем.

Мунса, мунса, мунса,

о – о – о

Үҙе генә мунсаһы ни тора!

Сәй-сәй

Мунса – мунса – мунса

е – э – ей

Хүт көн һайын яғырға уны һора.

Мәтрүшкәле сәй эсеү үҙе ләззәт!

Йәйен ауылда шулай, бигерәк рәхәт!

Сабынып – сабынып мунсаһын төшәһең,

Баллап мәтрүш сәйен эсәһең.

Хуш еҫ, хуш еҫ, хуш еҫ тарала,

Уңала бит унан яра ла.

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә сәйем

Уңды тиһәм дә була инде йәйем.

Сәй-сәй.

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә

Аяҡ аҫтында ғына беҙҙең үҫә дарыу,

Сәй – сәй,

Мәтрүш, мәтрүш, мәтрүш, мәтрүшкә

Яланға ғына ҡала бит тик барыу.

Сәй – сәй!