Kostenlos

Аҡ күгәрсен. Шағир Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә

Text
Als gelesen kennzeichnen
Schriftart:Kleiner AaGrößer Aa

ҠОШ ЮЛЫНАН ЕЛӘМ ЯНЫҢА

Бәғер өтөп күҙ ҡыҫышҡан була –

Төнгө күктә йондоҙ парады.

Атылырға әҙерләнгән һымаҡ,

Анау йондоҙ миңә ҡараны!

Ә былары – уйнап күҙен ҡыҫа,

Етегәне әллә шул микән?

Сүмес тулы йәнле ынйыларын

Йыһан киңлегенә һирпелткән?..

Һирпелткән дә, иҫ-аңынан яҙып,

Һоҡланғандыр үҙе кинәнеп.

Зөһрә ҡалҡҡас, Ҡош юлынан ғына

Ҡайтып киткән тиҙәр, тиҙләнеп.

Мин дә шулай, хыялымда ғына

Ҡош юлынан еләм яныңа.

Устарыма алған ынйыларҙы

Йондоҙ итер өсөн таңыңа.

Ландыш Насирова

ҠОШТАР БУЛҺАМ, ӘГӘР…

Эх, мин үҙем ҡоштар булһам

Урар инем Ҡырым яғынан,

Ҡанаттарым булһа осор инем

Осор инем әллә ҡайҙарға!

Булһам әгәр мин ҡошсоҡ,

Елпеп аҡ ҡанаттарҙы

Осор инем мин күккә,

Күҙ етмәҫ бейеклеккә.

Киңлектә талпынып,

Тиҙ-тиҙ ҡанат кағып,

Осор инем юғары,

Әгәр булһа ҡанатым.

Осор инем Айға! Йондоҙҙарға!

Зәңгәр күкте иңләр инем,

Бейек-бейек тауҙарҙы,

Һуҙылып киткән киң ҡырҙарҙы.

Гөлгә сумған болондарҙы.

Шаулап торған урмандарҙы,

Бөҙрә таллы һыу буйҙарын,

Гиҙер инем бейек иреклекте.

Ҡанаттарым булһа әгәр,

Ҡоштар булып осор инем,

Ҡайтыр инем һағынып,

Ғәзиз тыуған яҡтарға.

Ҡанаттарым йәйеп,

Бар донъяны ҡосор инем,

Тик…Был зәңгәр күктәр

Ҡалыр минең бары хыялда.

Ғәзизйән Фәрхетдинов

АҠ КҮЛДӘК

«Йылы тәнеңдә туҙһын», – тип

Бүләк иттең аҡ күлдәк.

Саф мөхәббәт төҫө итеп

Ҡабул иттем аҡ бүләк.

Һаҡлап ҡына булманы шул

Аҡ күлдәктең аҡлығын.

Юғалттыҡ бит һөйөү хисен

Мөхәббәтең сафлығын.

Өҫтөмдәге аҡ күлдәгем

Һүтелеп туҙҙы инде.

Дөрләп янған һөйөүебеҙ

Һүрелеп һүнде инде.

Ҡушымта.

Аҡ күлдәккәй кер күтәрмәй,

Һаҡлап ҡына кей инде.

Тынысландыр, талпындырма,

Тынғыһыҙ йөрәгемде.

ӘЙ БУЙҘАРЫ АҠ ТОМАН

Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,

Әй буйҡайҙарында аҡ томан.

Аҡ томандай саф хистәрем менән

Килерһең тип һаман мин көтәм.

Аҡ томанҡайҙарҙы Әй буйынан

Талғын елдәр наҙлап таратыр.

Кемдәр генә һине ғашиҡ итер?

Кемдәр генә һине яратыр?

Әй буйҡайҙарында аҡ томандар

Бары бер саҡ, бер саҡ таралыр.

Һөйөү хисе һалған яралар

Йөрәк яралары уңалыр.

Ҡушымта.

Аҡ томандар бер саҡ таралыр,

Таралыр ҙа осоп юғалыр.

Томан түгел, тәүге мөхәббәт

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Равшан Хажиәхмәтов

ҒҮМЕР – ЙЫЛҒЫР АЙҒЫР

Ғүмер тигән йылғыр айғыр

Уҙып бара юртаҡлап.

Ауыҙлыҡлап булмай уны,

Булмай уны тышаулап.

Туҡтамаһын, ғүмер атым,

Юртаҡлап сапһын әйҙә!

Абына ғына күрмәһен,

Йәмле сәскәле «йәйҙә».

Ғүмер тигән йылғыр айғыр,

Теләмәй баш эйергә.

Мөмкин түгел сапҡан атҡа,

Ауыҙлыҡ кейҙерергә.

Сабып барған ғүмер атын,

Алһам әгәр йүгәнләп.

Йәшлегемә ҡайтар инем

Шул айғырҙы эйәрләп!

ӨЛӘСӘЙГӘ

Ойоҡбаштар бәйләй миңә,

Бәйләй йылы бейәләй.

Өйөбөҙҙөң йәме булып,

Беҙҙә өләсәй йәшәй.

Тыныс йоҡо теләп миңә,

Һәр кис әкиәт һөйләй.

Әкиәттән ойоп китһәм,

Бишек йырҙарын көйләй.

Өйөбөҙҙөң нуры булып,

Мең йәшә һин, өләсәй.

Һин булғанда яныбыҙҙа,

Атай-әсәй шат йәшәй.

Ғүмер кеүек бәйләмеңдең,

Йомғаҡтары тәгәрәй.

Өләсәйле өйҙә генә.

Оноҡтар татыу йәшәй.

Өйөбөҙҙөң йәме булып

Беҙҙә өләсәй йәшәй.

Өләсәй бит өйрәткән,

Мине баҫырға «тәпәй»!

Өләсәйем— өләсәй,

Бар микән башҡа һиндәй!?

Һинең биргән һабаҡтарың,

Беҙҙе яҡшыға өндәй.

Фәһимә Абдрафикова

ОҘАТЫУ

Яңғыҙ үҫтергән

өс улын ана.

Ниндәй оло шатлыҡ,

Бәхетле ана.

Төпсөк улын ул

Хеҙмәткә оҙата.

Уйлана ана,

Күңеле төбөндә

Шатлығы аша

Моңһоулыҡ ята.

Шатлана ана,

Сөнки улының

Хеҙмәткә һаулығы барға.

Уйлана ана,

Донъялар тыныс

Булмағанға ла.

Һау-сәләмәт булып,

Бурысың үтәп,

Ҡайт беҙҙең янға.

ИЗГЕ ҒӘМӘЛДӘР БИҘӘЙ

Ете тажлы ҡырлы ҡурай

Халҡымдың ғорурлығы.

Татлы балы донъя кимәлендә

Хайрандар ҡалмаҫһыңмы?!

Башҡортомдоң милли кейемен

Нурлы тәңкәләр биҙәй.

Халҡымдың йомарт күңелен

Изге ғәмәлдәр биләй.

Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы

Һаҡлау изге ғәмәл.

Беҙ данлыҡлы шулар менән,

Һоҡланһын барса ғәләм!

Рәмзиә Абсәләмова

АУЫЛЫМА ҠАЙТТЫМ

Ауылыма ҡайтып киләм,

Талпынып, осоп ҡына,

Ҡаршы ала тыуған йортом

Ауыл осонда ғына.

Атламайым, осам ғына,

Тыуған йорт усағына,

Һағынып көтөп алған

Туғандар ҡосағына.

Танырлыҡ та түгел ауыл

Яңырған урамдары,

Ауылҡайым, улдарыңдың

Алтын икән ҡулдары!

Дәртле ҡатын-ҡыҙҙары!

Алтын ҡуллы улдары!

Һоҡландырып донъя көтә

Ауылым уңғандары!

Бөгөн ауылыма ҡайтып

Урамдарҙы буйланым,

Әйтерһең дә, йәшлегемә

Ҡабат ҡайтып ураным…

Үҙгәреп китһә лә, ауыл,

Ауылдаштар ят түгел,

Туғандарҙай яҡын миңә,

Тартыла һеҙгә күңел!

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

Әхирәттәр, һабаҡташтар!

Ауылда оло байрам,

Тәбрикләйем, яҡташтар!